Республикабыҙ артисы халыҡ-ара эстрада йыры конкурсында еңеү яуланы
Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Салауат Мөхәмәтйәров «Алдын согун» («Алтын уҡ») халыҡ-ара эстрада йыры конкурсында I премияға лайыҡ булды.
Конкурс Ҡыҙыл ҡалаһында (Тыва Республикаһы) үтте. Тәүге тапҡыр ойошторолған конкурс Тываның атҡаҙанған артисы Аяс Данзырын иҫтәлегенә һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналды.
Йыр бәйгеһендә Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән (Тыва, Алтай, Бүрәтстан, Ҡалмыҡстан, Хакасия һәм Башҡортостан) 20 башҡарыусы ҡатнашты. Салауат Мөхәмәтйәров «Уралым» һәм «Авай» халыҡ йырҙарын башҡарҙы.
«Тыва тамашасылары мине көслө алҡыштар менән ҡаршы алды. Уларҙың телендәге йырҙы башҡарғандан һуң зал мине сәхнәнән ебәрергә теләмәне, бына шулай була икән халыҡ һөйөүе», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Салауат Мөхәмәтйәров.