Өфөлә III «Көҙ романтикаһы» классик музыка фестивале ойошторола
22-24 августа Өфөнөң Совет майҙанында III «Көҙ романтикаһы» классик музыка фестивале уҙғарыла. Башҡортостан Башлығы булышлығында ойошторолған фестивалдә республиканың дәүләт академия оркестры сығыш яһай.
22 августа һуғыш йылдары йырҙары башҡарыла. Фестивалде асыу көнөндә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Василий Ладюк һәм Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы Оксана Волкованың сығыштары көтөлә. Концертта Башҡортостандың Таһир Сәйфуллин исемендәге хор капеллаһы, Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры хоры ҡатнаша.
23 августа программала Дмитрий Шостаковичтың «Ленинград» симфонияһы һәм Петр Чайковскийҙың оркестр менән фортепиано өсөн концерты яңғырай. Солист – халыҡ-ара конкурстар лауреаты Фредерик Кемпф (Бөйөк Британия).
24 августа Заһир Исмәғилевтың «Салауат» симфоник поэмаһы, Александр Бородиндың «Князь Игорь» операһынан «Половецкие пляски» һәм Сергей Рахманиновтың 2-се симфонияһының II өлөшө башҡарыла.
Дирижеры иһә Башҡортостандың халыҡ артисы Дмитрий Крюков.
Инеү ирекле. 6+