AY YOLA төркөмө Ҡырымдағы концертта гендер-пати үткәргән
Башҡортостандың AY YOLA төркөмө Ҡырымда «Таврида. АРТ» фестивалендә сығыш яһағанда гендер-пати үткәргән. Музыканттар был хаҡта социаль селтәрҙә яҙған.
«Тавридала сығыш яһағанда беҙҙең менән күңелле хәл булды. Залдан яҙыу яҙып бирҙеләр һәм беҙ сәхнәнән бер ғаиләнең бәпәй көтөүе тураһында иғлан иттек. Ҡыҙ бәхетле булып үҫер тип ышанабыҙ, сөнки был көндө уның баш осонан, барлыҡ тамашасылар өҫтөнән кеүек үк, бәхет ҡошо Һомай осоп үтте», — тип яҙған музыканттар.