Ҡурған өлкәһендә башҡорт мәҙәниәте фестивале ойошторола31.07.2025

Ҡурған өлкәһендә башҡорт мәҙәниәте фестивале ойошторола

2 августа өлкәһенең Сафакүл ауылында III «Башҡорт иле» Бөтә Рәсәй башҡорт мәҙәниәте фестивале уҙғарыла. Был турала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Байрам ҡунаҡтарын музыкаль коллективтарҙың сығыштары, традицион һөнәрҙәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре, төрлө спорт ярыштары, гастрономия йәрминкәләре һәм халыҡ ижады күргәҙмәләре, ә йомғаҡлауҙа йәштәр өсөн дискотеканан торған бай программа көтә.


Ҡатнашыусылар башҡорт халҡының үҙенсәлекле мәҙәни йолалары, Ҡурған башҡорттарының тарихы һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныша ала. 


https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-07-30/v-kurganskoy-oblasti-proydet-festival-bashkirskoy-kultury-4332619



Вернуться назад