Роберт Юлдашев Торатау янында Йәйге фестиваль ойоштора25.07.2025

Роберт Юлдашев Торатау янында Йәйге фестиваль ойоштора

7-9 августа Башҡортостанда Торатау янында «Ел моңо» йыр-бейеү фестивале ойошторола. Асыҡ һауалағы йәйге байрамда йәш музыканттар һәм аҡһаҡалдар - ҡурайҙа уйнау традицияларын дауам итеүселәр, шулай уҡ этно-музыка һөйөүселәр ҡатнаша.

Гүзәл тәбиғәт ҡосағындағы байрам инструменталь музыканы, бейеүҙе һәм боронғо йырҙарҙы берләштерә. Алтайҙан, Силәбе өлкәһенән һәм илдең башҡа төбәктәренән музыканттарҙың килеүе көтөлә.


Сараны ойоштороусы – ҡурайсы, продюсер, Башҡортостандың халыҡ артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Роберт Юлдашев.


– Донъяла милләттәр күп, уларҙың мәҙәниәте һәм теле – Хоҙай бүләге. Һәр телдең үҙ яңғырашы, үҙ вибрацияһы бар. Иҫкә төшөрәйек әле, бына һәр халыҡтың үҙенең традицион биҙәктәре, орнаменттары – был да үҙенә бер төрлө вибрация. Милли музыка ҡоралдары бар – халыҡтың рухи байлығы символы, ата-бабаларҙың быуаттар буйына тупланған аҡыл хазинаһы, – ти Роберт Юлдашев.  – Беҙҙең бурыс – тыңлаусыларға ошо вибрацияларҙы еткереү, музыка аша уларҙы изгелеккә, яҡтылыҡҡа, ижадҡа өндәү.  


Билдәле булыуынса, ҡурай моңо кеше организмына ыңғай йоғонто яһай. Был ябай уйын ҡоралы ғына түгел, ә кеше һәм тәбиғәт араһындағы күпер. Фестивалдең төп үҙенсәлеге шунда: ошо байрамға йыйылыусылар Урал тауҙарында ғына үҫкән ҡурайҙа уйнай.


https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-07-25/v-bashkirii-robert-yuldashev-provedet-letniy-festival-bliz-gory-toratau-4326842



Вернуться назад