Башҡортостанда журналист Вилдан Ғәлин иҫтәлегенә волейбол турниры үткәрелә24.07.2025

Башҡортостанда журналист Вилдан Ғәлин иҫтәлегенә волейбол турниры үткәрелә


Башҡортостанда республика Журналистар союзы ҡарамағындағы Советтың элекке рәйесе, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы филиалы директоры урынбаҫары Вилдан Ғәлин иҫтәлегенә волейбол турниры уҙғарыла. Был турала ҡарар 24 июлдә Журналистар союзы идараһының сираттағы ултырышында ҡабул ителде.

Турнир Башҡортостан киң мәғлүмәт саралары журналистары командалары араһында ойошторола. Үткәреү урыны итеп Ғәлиндың тыуып үҫкән төйәге – Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы һайланған.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Вилдан Ғәлин 2024 йылдың сентябрендә 45 йәшендә ҡапыл арабыҙҙан китте. Ул үҙе тураһында яҡшы һәм яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы, башҡорт журналистикаһы үҫешенә тос өлөш индерҙе.


https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-07-24/v-bashkirii-organizuyut-voleybolnyy-turnir-pamyati-zhurnalista-vildana-galina-4325086



Вернуться назад