Өфөлә дирижер Рөстәм Сөләймәнов менән бәхилләшеү көнө һәм урыны билдәле булды
Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Башинформ»ға хәбәр итеүенсә, уны шаршамбы, 23 июлдә, Опера һәм балет театрынан һуңғы юлға оҙаталар. 2009-2010 йылдарҙа ул унда баш дирижер булып эшләгәйне. Мәрхүм менән бәхилләшеү иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем була.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, билдәле скрипкасы һәм дирижер 19 июлдә Ҡырымда ваҡытһыҙ арабыҙҙан китте. Музыканттың үлеменә йөрәк ауырыуы сәбәпсе. Мәйетте алып ҡайтыу һәм ерләү сығымдарын республиканың мәҙәниәт министрлығы үҙ өҫтөнә алды. Музыкантты әсәһенең тыуған яғы Баймаҡ районында ерләйҙәр.
Элекке йылдарҙа Рөстәм Сөләймәнов Санкт-Петербург дәүләт филармонияһының Академия симфоник оркестры артисы, Башҡорт опера һәм балет театрының симфоник оркестры етәксеһе, Башҡортостан Милли симфоник оркестрының художество етәксеһе һәм баш дирижеры булды. Республика тарихында тәүге тапҡыр Өфө амфитеатрында «Башҡортостанда тыуғандар» симфоник опен-эйрын ойошторҙо, һуңынан был «Евразия йөрәге» фестивален уҙғарыу урынына әүерелде. Лекция-концерттар менән сығыш яһаны, мәҡәләләр яҙҙы, ғүмере буйына музыканан айырылманы.
Өфөнән күсенеп киткәс, Анкара симфоник оркестрында эшләй. Һуңынан үҙенең йәшлеге үткән Санкт-Петербург ҡалаһына ҡайтып, оркестрҙа скрипкала уйнай, шулай уҡ квартет менән сығыш яһай. Камера ансамблдәре составында тыуып үҫкән Өфөһөнә сығыш яһарға килә ине. 2024 йылдың мартында Крокус-Сити-холдағы ҡот осҡос теракттың шаһиты була, шулай ҙа эвакуацияланып өлгөрә.