Лариса Абдуллинаға Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде03.07.2025
Фото: Азат Мөхәмәтйәнов

Лариса Абдуллинаға Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде

Шағирә, тәржемәсе, журналист, тиҫтәләгән китап авторы, Шәйехзада Бабич һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты Лариса Абдуллина бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем алды. Бүләкләү тантанаһы бөгөн Өфөлә «Башҡортостан Яҙыусылар союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһының дөйөм йыйылышында үтте.


Яуап һүҙендә ул үҙенең ижади һәләтен таныуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе, был юғары исемде ғорурлыҡ менән йөрөтәсәген билдәләне.


Лариса Абдуллина Дәүләкән районының Мәкәш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлағандан һуң «Йәшлек» республика йәштәр гәзите редакцияһында, 2011-2020 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзите редакцияһында эшләй, ә һуңынан «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә.


https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-07-03/larise-abdullinoy-prisvoeno-pochetnoe-zvanie-narodnyy-poet-bashkortostana-4300780



Вернуться назад