Башҡортостанда билдәле йырсы Фән Вәлиәхмәтовҡа һәйкәл ҡуйылды02.07.2025
Фото: Шаран районы хакимиәте

Башҡортостанда билдәле йырсы Фән Вәлиәхмәтовҡа һәйкәл ҡуйылды

Шаран районында күренекле йырсы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фән Вәлиәхмәтовҡа һәйкәл ҡуйылды. Был хаҡта «Башинформ»ға муниципалитет хакимиәтенән хәбәр иттеләр.

Шаран ауылы майҙанында башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙары халыҡ артисын хөрмәтләп иҫкә алырға йыйылды. Тантаналы сарала Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова, республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Эльза Ҡарамурзина, район хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты.


Һәйкәлде граниттан Октябрьский ҡалаһы скульпторы Рәмил Шәфиғуллин эшләгән.


Фән Вәлиәхмәтов 2024 йылда арабыҙҙан китте, уға 74 йәш ине.


Фән Вәлиәхмәтов 2013 йылда Шаран районының почетлы гражданы исеменә лайыҡ булды. Уның таланты һәм хеҙмәте тыуған районында юғары баһаланды. Башҡортостан Республикаһының (2011) һәм Татарстан Республикаһының (2007) халыҡ артисы, БАССР-ҙың (1989) һәм Татарстан Республикаһының (1994) атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исемдәре бар. 2021 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров артисты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.


https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-07-01/v-bashkirii-ustanovili-pamyatnik-izvestnomu-pevtsu-fanu-valiahmetovu-4297478



Вернуться назад