Йырсы Әнүәр Нурғәлиев етди операция яһатырға әҙерләнә27.06.2025
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Йырсы Әнүәр Нурғәлиев етди операция яһатырға әҙерләнә

Башҡорт һәм татар эстрадаһы, күптәрҙең яратҡан йырсыһы Әнүәр Нурғәлиев һаулығына бәйле проблемалары булыуы хаҡында хәбәр итте. Артисҡа етди операция талап ителә. Социаль селтәрҙәрҙә үҙе хәбәр итеүенсә, уның күҙҙәре насар күрә, шуға күҙ яҫмығын алмаштырырға кәрәк.


Нурғәлиев әйтеүенсә, медицина үҙәгендә уны танығандар, ташлама эшләргә вәғәҙә биргәндәр, бының өсөн ике йыр башҡарыуын һорағандар. «Миңә уңыштар теләгеҙ», - тигән үтенесен еткергән музыкант үҙенең ижадын һөйөүселәргә.


Бынан алдараҡ Башинформ Әнүәр Нурғәлиевтың концерт эшмәкәрлеген туҡтатыуы тураһында яҙғайны.


https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-06-27/pevtsu-iz-bashkirii-anvaru-nurgalievu-potrebovalas-serieznaya-operatsiya-4292509



Вернуться назад