«Башинформ» агентлығының конкурсында еңгән клуб гармун менән бүләкләнәсәк25.06.2025
Фото: Рөстәм Илтенбаев

«Башинформ» агентлығының конкурсында еңгән клуб гармун менән бүләкләнәсәк

«Башҡортостандың иң яҡшы клубы» республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Бүләкләү тантанаһы 2 июлдә 14:00 сәғәттә «Башинформ» агентлығының матбуғат залында үтәсәк.


Вәғәҙә ителгәнсә, тәүге өс урынды яулаған клубҡа гармун, ҡурай һәм ҡубыҙ башҡорт уйын ҡоралдары, аҡсалата приздар тапшырыласаҡ. Конкурстың барлыҡ ҡатнашыусыларына дипломдар һәм мәҙәниәт министрлығынан Рәхмәт хаттары тапшырыласаҡ.


«Башинформ» агентлығының «Башҡортостандың иң яҡшы клубы» конкурсы апрелдә старт алғайны. Унда төрлө район-ҡаланан 1,5 меңдән ашыу клуб ҡатнашты.


Призлы урындар:


I урын — Мәсетле районының Оло Аҡа ауылы мәҙәниәт йорто (6481 тауыш),


II урын — Шишмә районының Бүләкбаш ауылы мәҙәниәт йорто (5727 тауыш),


III урын — Нуриман районының Иҫке Күл ауылы мәҙәниәт йорто  (2924 тауыш).



Вернуться назад