Башҡортостанда «Рух» төркөмө рок-музыканты Ирек Атанов иҫтәлегенә концерт ойошторола
Хәйриә концертында йыйылған аҡса музыканттың ҡәберенә һәйкәл ташы ҡуйыу өсөн йүнәлтелә.
11 июлдә Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының мәҙәниәт һәм ял паркында Ирек Атанов иҫтәлегенә хәйриә концерты була. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, музыкант һәм композитор, популяр «Рух» рок-төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе 2023 йылдың апрелендә арабыҙҙан китте.
2024 йылдың 28 ноябрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән үлгәндән һуң Башҡортостандың халыҡ артисы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
— Концертта «Рух», «Дәрүиш-Хан», «Ант» төркөмдәре, музыканттар Руслан Ниғмәтов, Нәжип Юлдашбаев, Баймаҡтан Хәйҙәр Таһиров, Сибайҙан Альберт Салауатов, мәрхүмдең бер туған һеңлеһе Фәниҙә Атанова, Аҡъяр район мәҙәниәт йорто коллективтары ҡатнаша, — тип хәбәр итте «Башинформ»ға концертты ойоштороусыларҙың береһе Юлай Асҡаров. — Ҡатнашыусылар уның «Оран», «Осҡан торналар» һәм башҡа йырҙарын башҡара.
Коллега әйтеүенсә, район мәҙәниәт йортонда мемориаль таҡтаташ асыу планлаштырыла. Хәйриә концертында йыйылған аҡса музыканттың ҡәберенә һәйкәл ташы ҡуйыу өсөн тотонола.
Бынан алдараҡ Башинформ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың машинала йөрөгәндә «Рух» төркөмөнөң «Өлгөрмәнем» йырын тыңлауы тураһында хәбәр иткәйне.