«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң икенсе клибын 5 көндә 1 миллион кеше ҡараған19.06.2025
Фото: видеонан скрин

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң икенсе клибын 5 көндә 1 миллион кеше ҡараған

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «ЙОЛА» йырына төшөрөлгән икенсе клибы YouTube селтәрендә 1 миллион ҡарау йыйған. Төркөмдөң музыканты, Башҡортостандың халыҡ артисы Ринат Рамаҙанов клиптың «Һомай» йыры рекордын яңыртыуы хаҡында хәбәр итте.


«Беҙҙең видеояҙма 5 көн эсендә YouTube-та 1 миллион ҡарау йыйҙы. Һәм шулай итеп, беҙ «Һомай»ҙың рекордын яңырттыҡ», — тип яҙҙы Ринат Рамаҙанов.


«ЙОЛА» клибы өс илдә һәм 11 урында – Саха-Яҡут республикаһында, Үзбәкстанда, Ҡаҙағстанда төшөрөлгән, видеояҙмаға шулай уҡ Өфө һәм Башҡортостандан төшөрөлгән кадрҙар ҙа индерелгән.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «ӘЙ ЙОЛА» халыҡ-ара кимәлдә танылыу яуланы: уларҙың йырҙары 30 илдең Топ-10 чартына инде, ә Shazam сервисында Леди Гага, Бруно Марс кеүек донъя йондоҙҙарын уҙып китте. 



Вернуться назад