AY YOLA төркөмө Дима Билан менән Homay хитын башҡарҙы
Мәскәүҙә МУЗ-ТВ премияһында AY YOLA төркөмө Дима Билан менән Homay хитын башҡарҙы. Сәхнәлә йыр өс телдә яңғыраны: төркөм башҡортса, ә илебеҙҙең билдәле йырсыһы уны рус һәм үҙенең туған телендә йырлап күрһәтте.
«Дима Билан менән көтөлмәгән коллаборация. Үҙҙебеҙ ҙә көтмәгәйнек!» – ти музыканттар.
Хтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Homаy композицияһы Рәсәй хит-парадында беренсе урынды яуланы, ул Джиган, Анна Асти һәм башҡаларҙы, ә донъя чартында Леди Гага, Бруно Марсты ла уҙып китте.