Башҡортостан Башлығы Салауат һәйкәлен төҙөкләндереү эштәре ҡасан башланасағын әйтте02.06.2025
Фото: Валерий Шахов

Башҡортостан Башлығы Салауат һәйкәлен төҙөкләндереү эштәре ҡасан башланасағын әйтте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектын – Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөкләндереү эштәре хаҡында һөйләне.


Тиҙҙән һәйкәлде һүтеп алалар, майҙанға инеү 30 июндән ябыла. Реставрация Өфөлә махсус цехта башҡарыла. Яңыртылған һәйкәлде асыу тантанаһы 2027 йылдың 11 октябрендә көтөлә.


Уҙған аҙнала Рәсәй художество академияһы президенты Василий Церетели менән осрашыу булды, унда Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауҙың мөһим мәсьәләһе тикшерелде, тип хәбәр итте республика етәксеһе. 


– Барығыҙ ҙа беләһегеҙ, беҙ ике йыл дауамында Салауат Юлаев һәйкәле торошона бәйле хәлде тикшерәбеҙ һәм анализлайбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәйкәлдең йәше лә, атмосфера йоғонтоһо ла, технологик үҙенсәлектәр ҙә реставрация яһауҙы талап итә, – тине Радий Хәбиров. – Әлеге ваҡытта эштәрҙең графигын билдәләнек, финанслау сығанаҡтары бар.


Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов төҙөкләндереү этаптары тураһында һөйләне. Башҡортостандың тарихи символын киләсәк быуындар өсөн һаҡлау маҡсатында ҡомартҡыға комплекслы фәнни тикшереүҙәр үткәрелде, тине ул.


Эштәрҙе ойоштороу планына ярашлы, яңыртылған һәйкәлде асыу тантанаһы 2027 йылдың октябрендә көтөлә. Сара билдәле скульптор Сосланбәк Тавасиевтың тыуыуына 60 йыл тулыуҙы билдәләр алдынан ойошторола.


https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-06-02/glava-bashkirii-rasskazal-kogda-nachnetsya-restavratsiya-pamyatnika-salavatu-4260900



Вернуться назад