Башҡортостанда билдәле педагог Миләүшә Мортазина тыуған көнөн билдәләне28.05.2025
Фото: Олег Яровиков

Башҡортостанда билдәле педагог Миләүшә Мортазина тыуған көнөн билдәләне

Башҡортостанда күренекле педагог, профессор Миләүшә Мортазина тыуған көнөн билдәләне. 27 майҙа уға 100 йәш тулды, әммә рәсми документтар буйынса, уның бер быуатлыҡ юбилейына тиклем тағы бер йыл ваҡыт бар.


Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина Башҡорт АССР-ы Өфө кантонының Баҡай ауылында (хәҙерге Кушнаренко районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1950 йылда – Урал консерваторияһы ҡарамағындағы Башҡорт студияһын, 1954 йылда иһә  Ҡазан консерваторияһын тамамлай.


Өфөнөң 1-се балалар музыка мәктәбендә, һуңынан Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡытыусы булып эшләй, кафедра мөдире була. Профессор Мортазинаның тәрбиәләнеүселәре иҫәбендә — Рәсәйҙең халыҡ артистары Радик Гәрәев, Салауат Асҡаров, Рәсәйҙең атҡаҙанған артистары Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Илфаҡ Смаков, Сажиҙә Ғәлимова, Нажиә Аллаярова, Иҙрис Ғәзиев, Башҡортостандың халыҡ артистары Раил Көсөков, Хәмит Ишбулдин, Флүрә Ноғоманова, Вәхит Хызыров, Әлфиә Кәримова, Владимир Копытов, Әлим Ҡәйүмов, Дилара Иҙрисова һәм башҡалар.


Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов бына нимәләр һөйләй:


«Миләүшә Ғәли ҡыҙы – минең яҙмышыма йоғонто яһаған кешеләрҙең береһе. Тәүге уҡытыусым. Уның етәкселегендә 14 йәшемдә шөғөлләнә башланым. Мин уға түҙемлеге, һәр уҡыусының мөмкинлектәрен баһалай белеүе өсөн рәхмәтлемен. Байтаҡ йылдар үтһә лә, уның менән аралашыу әле лә мөһим».


II дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры. Салауат Юлаев ордены, төрлө миҙалдар менән бүләкләнгән. Өфөнөң почетлы гражданы.


Музыка белгесе Миләүшә Иҙрисованың «Ижад — бәхет синонимы. Профессор М.Ғ. Мортазина менән диалог» тигән китабы Миләүшә Мортазинаның ижади һәм тормош юлына бағышланған.


«Башинформ» Миләүшә Ғәли ҡыҙын ысын күңелдән тыуған көнө менән ҡотлай һәм ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләй.


https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-05-27/v-bashkirii-vydayuschiysya-pedagog-milyausha-murtazina-otmechaet-den-rozhdeniya-4252551



Вернуться назад