Өфөнән Фәрзәнә Утарбаеваның фильмы «Таврида» кинофестивалендә еңеү яуланы
Башҡорт режиссеры Фәрзәнә Утарбаеваның «Нигеҙ» фильмы Ҡырымда «Таврида. АРТ» Бөтә Рәсәй кинофестивалендә еңеүсе булды. Был хаҡта республиканың йәштәр сәйәсәте министрлығынан хәбәр иттеләр.
Кинофестивалгә 300-ҙән ашыу ғариза килгән. Рәсәй киноһы йондоҙҙары етәкселегендәге жюри илдең 23 төбәгенән 45 фильмды һайлап алған. Эксперттар һәм почетлы ҡунаҡтар араһында - Светлана Дружинина, Гоша Куценко, Мария Миронова һәм башҡа билдәле артистар.
«Фәрзәнә Утарбаеваның фильмы иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы уйын картинаһы тип билдәләнде. Был номинацияға 20-гә яҡын кинокартина тәҡдим ителде», – тип белдерҙеләр ведомствола.
Фильмдың режиссеры Фәрзәнә Утарбаева һүҙҙәренсә, награданы уға билдәле кинооператор Анатолий Мукасей («Берегись автомобиля», «Большая перемена», «Гардемарины» һ.б.) һәм «Роднина» фильмында төп ролде башҡарған актриса Влада Самохина тапшырған.
«Бик бәхетлемен, тамашасылар ҙа, эксперттар ҙа башҡорт киноһын юғары баһалай. Конкурсанттарҙың ҡарағандан һуң фильмға еңеү теләүе, ә еңеүҙән һуң ихлас ҡотлау һүҙҙәрен ишетеү икеләтә ҡыуаныслы», – тип шатлығы менән уртаҡлаша Фәрзәнә Утарбаева.