Forbes йырсы Адель Шәйхетдинованы «30-ға тиклем 30» рейтингына индерҙе
Рәсәй Forbes-ы Башҡортостандан йырсы Адель Шәйхетдинованы «Музыка» номинацияһында «30-ға тиклем 30» рейтингына индерҙе. Тауыш биреү өсөн номинанттар иҫәбендә - 30 йәшкәсә профессиональ танылыу яулаған һәм Рәсәй йәки донъяла билдәлелек алған йәштәр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ay Yola төркөмөнөң 25 йәшлек йырсыһы Homay хиты менән донъя чарттарында беренсе урындарҙы алды. Яңыраҡ Адель «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем менән бүләкләнде.
Сайтта яҙыуҙарынса, Адель үҙенең ижад юлын 2010 йылда атаһы Руслан Шәйхетдинов менән Musume проектында башлай. Төркөм ике альбом сығара һәм телевидениела бер нисә шоуҙа ҡатнаша. Шул ваҡытта традицион башҡорт мотивтарын һәм электрон музыканы берләштергән үҙенсәлекле башҡарыу стиле барлыҡҡа килә. 2024 йылда Шәйхетдиновтар Ринат Рамаҙанов менән бергә Ay Yola төркөмөн ойоштора.
2025 йылдың 14 мартында сыҡҡан Homay йыры донъя кимәлендәге хитҡа әүерелде.