Фәйзи Ғәскәров ансамбле Рәсәй төбәктәре буйлап гастролдәргә сыға14.05.2025
Фото: Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең матбуғат хеҙмәте

Фәйзи Ғәскәров ансамбле Рәсәй төбәктәре буйлап гастролдәргә сыға

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Рәсәйҙең тарихи төбәктәре ҡалаларында сығыш яһарға әҙерләнә. Коллективтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, артистар гастролдәрҙә «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһын күрһәтә. Был программала башҡорт хореографияһының алтын фондынан «Ете ҡыҙ», «Гөлнәзирә», «Зарифа», «Шаян ҡыҙҙар», шулай уҡ ҡалмыҡ, белорус, хорезм, алтай, коряк бейеүҙәре һәм башҡалар бар.


Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы ансамбль Фәйзи Ғәскәров ҡуйған «Төньяҡ амурҙары» бейеүен, «Мин Берлиндан ҡайтып киләм» композицияһын һәм миҙгелдең премьераһын — «Шат егеттәр» хореографик картинаһын әҙерләй.


Ансамбль был төбәктәрҙә беренсе тапҡыр ғына сығыш яһамай: 2022 йылда ғәскәровсылар Луганскиға барып ҡайтты. 2023 йылда республика коллективтарынан тәүгеләрҙән булып Бердянск, Мелитополь һәм Красный Луч ҡалаларында гастролдәрҙә булды. Ансамблдең ошо төбәктәрҙәге гастролдәре Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планы сиктәрендә ойошторолдо.


«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Ҡаҙағстандың баш ҡалаһында Мәжит Ғафури әҫәре буйынса «Ҡара йөҙҙәр» спектакле һәм Таңсулпан Ғарипованың «Бөйрәкәй» спектакле күрһәтелә.


https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-05-14/ansambl-fayzi-gaskarova-otpravlyaetsya-v-gastrolnyy-tur-po-regionam-rossii-4234346



Вернуться назад