Ay Yola төркөмө йырҙары «Урал батыр» китабын һатыуҙы 2 тапҡырға арттырған13.05.2025
Фото: «Китап» нәшриәтенән алынды

Ay Yola төркөмө йырҙары «Урал батыр» китабын һатыуҙы 2 тапҡырға арттырған

Ay Yola төркөмө башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосына ҡыҙыҡһыныуҙың артыуына һиҙелерлек йоғонто яһаны. Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте магазинда ғына түгел, Ozon һәм Wildberries онлайн-маркеттарында ла китапҡа заказдарҙың артыуын теркәй.


«Төркөм башҡорт мәҙәниәте хәҙерге йәмғиәттә киңерәк танылыу алһын өсөн әүҙем эшләй. Уларҙың традицион мираҫты популярлаштырырға тырышыуы «Урал батыр» китабына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуҙа төп роль уйнай. Апрель айында ике тапҡырға күберәк баҫма һатылды. Ошо йырҙы тыңлағандан һуң эпос менән яҡынданыраҡ танышыу теләге тыуҙы, ти һатып алыусылар», — тип билдәләне «Китап» нәшриәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Эльмира Хәйретдинова.


«Урал батыр» китабы үҙ жанрында ысын бестселлерға әүерелде, ә уның популярлығы көндән-көн арта бара.


Бынан алдараҡ Башинформ Ay Yola төркөмө музыканттарының дәүләт наградалары менән бүләкләнеүе тураһында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-05-13/blagodarya-pesnyam-gruppy-ay-yola-prodazhi-knigi-ural-batyr-vyrosli-v-2-raza-4232021



Вернуться назад