Өфөлә республикабыҙҙан МХО-ла ҡатнашыусылар тураһында спектакль ҡуйыла12.05.2025
Фото: Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының матбуғат хеҙмәте

Өфөлә республикабыҙҙан МХО-ла ҡатнашыусылар тураһында спектакль ҡуйыла

15 майҙа Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында хәҙерге заман геройҙары тураһында «Бер ғүмер етмәй икән…» спектакле сәхнәләштерелә. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ысын тарихына нигеҙләнеп яҙылған әҫәр буйынса спектакль яугирҙәрҙең батырлығына асыҡ дәлил булып тора.


Еңеү көнөнә арналған саралар барышында спектаклде йыл ярымдан ашыу хәрби хәрәкәттәр зонаһында хеҙмәт иткән Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов та ҡараны.


«Фронтта беҙ үлем тураһында һөйләшмәйбеҙ. Гел уйлап йөрөйһөң, әммә һөйләмәйһең. Был насар билдә. Спектакль йөрәккә үтеп инде. Һәр күренеш шәхси ассоциациялар тыуҙырҙы. Хеҙмәт иткән ваҡыттағы тулҡынландырғыс мәлдәр иҫемә төштө. Ҡарауы еңел булманы, сөнки күп геройҙар күңелемә яҡын. Айырыуса үҙем яҡшы белгән Носорог персонажы иҫтә ҡалды. Батыр йөрәкле шәхес ине. Спектаклде төшөрөүселәргә ҙур рәхмәт, ул бик кәрәк һәм мөһим», — тине Азат Бадранов спектаклдән һуң.


Спектаклдең премьераһы быйыл февраль айында үтте. Сәхнәлә МХО геройҙары, яугирҙәре терелә. Бөтә прототиптар ҙа реаль тормоштан алынған. «Герой», «Хакер», «Историк», «Сәсән», «Иман» һәм «Малыш» позывнойлы геройҙарҙың яҙмыштары, тоғролоғо һәм эш-ҡылыҡтары аша һуғыштың ысын йөҙө асыла. Яҙыусы, сценарий һәм ошондай уҡ исемле китап авторы Мөнир Ҡунафин һүҙҙәренсә, спектаклдә Башҡортостан яугирҙәренең данлы хәрби юлы сағылдырыла. Ысын геройҙар рухын, хәрби туғанлыҡты тойҙом, был һуғыштың нисек башланғанын һәм ни өсөн барғанын күрһәтергә кәрәк ине, тип билдәләне ул.


Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда МХО-ға бағышланған әҫәрҙәр реестрын булдырыуҙары хаҡында хәбәр иткәйне.


 https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-05-12/v-ufe-pokazhut-spektakl-ob-uchastnikah-svo-iz-bashkirii-4230724



Вернуться назад