Әҙәби телебеҙ нигеҙе барлыҡҡа килгәндән бирле ныҡлы булманы. Арҙаҡлы шәхесебеҙ Шәһит Хоҙайбирҙиндың әйткән һүҙҙәрен иҫкә төшөрәйек. “Беҙҙең әҙәби тел төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының һөйләү төрөн иҫәпкә алмай”, — тигән ул. Үҙе журналист һәм Хөкүмәт етәксеһе булараҡ, әҙәби телдең тормошта ниндәй урын тоторға тейешлеген, әлбиттә, яҡшы белгән шәхесебеҙ.
Үкенескә ҡаршы, Ш. Хоҙайбирҙин 1924 йылда вафат була. Әҙәби телебеҙ тап шул йылдарҙа аяҡҡа баҫа башлай. Әгәр шәхесебеҙ иҫән булһа, уның фекере иҫәпкә алыныр ине, тип уйлайым.
Хәҙерге әҙәби телебеҙ, дәүләт теле булараҡ, халҡыбыҙҙы бергә тупланымы, ойошторҙомо? Әллә, киреһенсә, тарҡалыуға дусар иттеме? Халҡыбыҙҙы кәметеүгә сәбәпсе булманымы? Борсоулы һорауҙар бихисап. “Төп сәбәп — әҙәби телебеҙҙе камиллаштырыуҙан баш тартыу”, — тиер инем мин.
Бер-бер артлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары үтте. Уларҙың тәүгеһендә миңә лә ҡатнашырға тура килгәйне. Ул ваҡытта Бишкәктә музыка мәктәбе директоры булып эшләй инем. Сарала Ҡырғыҙстандың “Туған тел” башҡорт-татар ижтимағи үҙәгенән делегат булараҡ ҡатнаштым. Әлбиттә, барыһы ла оҡшаны. Әммә Ҡоролтайҙың тотошлайы менән урыҫ телендә үткәрелеүе йөрәккә таш булып ятты (артабанғы сараларҙа ла шул уҡ хәл ҡабатланды). Халҡыбыҙҙың әҙәби теле юҡмы ни? Әллә Мәскәүҙән килгән түрәләргә ярарға тырышыумы? Башҡорт ҡунаҡсыл бит — үҙе иҙәндә ятһа ла, урыҫ ҡунағын түргә һала. Әллә әҙәби телебеҙ Ҡоролтай уҙғарырлыҡ дәрәжәлә түгел, тип уйлайҙармы? Ни тиһәң дә, беҙ, ситтән килгән делегаттар, үҙебеҙҙе кәмһетелгән итеп тойҙоҡ. Шул уҡ сарала ҡатнашҡан немец ҡатыны иҫтә ҡалған. Ул Берлин университетында башҡорт телен уҡыта, профессор. Ҡатын башҡорт телендә сығыш яһап, барыһын да аптыратҡайны. Туған телен йүнле белмәгән башҡорттарға бик оят булғандыр инде, әгәр уңайһыҙлана белһәләр.
“Теле юҡтың иле юҡ”, — тигән бөйөк шағирыбыҙ Рәми Ғарипов. Телебеҙҙе элек ҡыҫтылар, ә хәҙер аҫтан, ипләп кенә ҡырҡалар. Тыштан ялтырап, эстән ҡалтырап торған үҙаллылыҡта йәшәйбеҙ. Дәүләт теле булып та, башҡорт теле ҡайһы бер белем усағында бөтөнләй уҡытылмай бит. Булмағанды бар тип күҙ буяуҙар көсәйҙе: мәктәптә аҙнаһына бер дәрес бирәләр ҙә, әллә күпме аҡса түгеп, иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһын, башҡорт телен иң яҡшы белгән уҡыусыны билдәләп, байрам уҙғаралар. Ошондай сараларҙан белем кимәлен күтәреүгә иғтибар артамы икән һуң? Юғиһә “йондоҙ”ға әйләнгәндәрҙең үҙенең ҡайҙан күтәрелеп киткәнен “онота” торған “ауырыуы” ла бар бит.
Әҙәби телдең киң ҡолас йәйеп китә алмауы милли матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙың төшә барыуында ла күренә. Замандың ауырлығы бихисап, әлбиттә. Шулай ҙа гәзит-журналдың киң таратылмауы нигеҙендә әҙәби телдең дөрөҫ ҡоролмауы ята, тип уйлайым. Мәҫәлән, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына матбуғат телен аңлауы бик ауырға төшә. Уҡырға теләк ҙур ҙа ул...
Мәҡәләмә нисек һығымта яһап ҡуйырға, фекеремде аныҡ еткерергә тип уйлап йөрөгәндә, “Башҡортостан” гәзитенең “Башҡорт донъяһы” ҡушымтаһында сыҡҡан бер яҙма — журналист Даян Мәжитовтың Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Рәсил Мөхәмәтйәнов менән әңгәмәһе — ярҙамға килде. “Пермь крайы Барҙы районының яртыһынан күберәген гәйнә башҡорттары тәшкил итә. Өҫтәүенә улар диаспора түгел, ә аҫаба халыҡ, — ти Рәсил Мөхәмәтйәнов. — Гәйнә башҡорттарының теленә юҡҡа сығыу бәләһе янай. Бәлки, матбуғаттағы ҡайһы бер мәҡәләне урындағы башҡорттар диалектында сығарырға кәрәктер. Гәйнәләр телендә айырым баҫма булдырыу ҙа — отошло юл”. Бик дөрөҫ әйткән яҡташыбыҙ. Әйтерһең дә, яҙа башлаған мәҡәләмде уҡып сыҡҡан! Мине аңлаған милләттәштәрем бар икән әле!
Яҙғандарымдан сығып, әҙәби телде камиллаштырыуҙы төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының диалектын ҡулланылышҡа индереү, ошо төбәктә йәшәгән милләттәштәребеҙ өсөн айырым матбуғат баҫмаһы булдырыуҙан башларға тәҡдим итәм.
Ризуан МӨХӘМӘҘИЕВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Балаҡатай районы.