Битарафлыҡмы, ҡурҡаҡлыҡмы?22.06.2012
Яңыраҡ тыуған ауылыма ҡайтып килдем. Автобуста урындарҙың яртыһын сит халыҡ вәкилдәре алғанын күреп, ғәжәпкә ҡалдым. Күптән ҡайтҡаным юҡ ине... Бындай үҙгәреш күңелде өшөттө.
Оҙон юл буйына Кавказ халҡының һөйләшен тыңлап ҡайттыҡ. Ерҙең ысын хужаларымы ни — телефондан ҡысҡырып һөйләшәләр, үҙ-ара ниҙер тикшереп, көлөшәләр. Беҙҙең ҡыҙҙарға матур һүҙҙәр әйтергә лә онотмайҙар. Үҙҙәренә барып, шулай ҡыланып ҡара — шунда уҡ йәнеңде алалар бит инде!
Сит юлдаштарыбыҙ районыбыҙҙың бер ауылында күмәкләп төшөп ҡалды. Йөктәре иҫ китмәле: бихисап сумка менән бергә башҡорттарға “күстәнәскә” йәшник-йәшник һыра тултырып алып килгәндәр... Үҙҙәре беҙҙең йәмле төйәктә ҙур эш асҡан икән.
Ошо хәлгә шул ҡәҙәр йәнем әрнене. Ниңә башҡа халыҡ республикабыҙҙың йөрәгенә үк үтеп инеп бара? Уларға бер ниндәй ҡаршылыҡ юҡмы ни? Еребеҙ менән бергә халҡыбыҙҙы, телебеҙҙе юҡҡа сығарырға ниңә юл ҡуябыҙ? Шундай ҙа битараф, көсһөҙ, ҡурҡаҡ булырға ярамай ҙа баһа!
Н. СӘЛӘХОВА.
Белорет районы.


Вернуться назад