Милли батырыбыҙҙың исемен йөрөтһәк тә...22.06.2012
“Башҡортостан” гәзитенең һәр һанын уҡып барам. Алтаҡталарҙағы хаталар хаҡында минең дә әйтер һүҙем бар.
Башҡортостандың дәүләт телдәре тураһындағы Законы беҙҙең Салауат ҡалаһында бөтөнләй тиерлек үтәлмәй. Урам исемдәрендә, ойошма-предприятиеның алтаҡталарында — шыр хата. Магазин һатыусыларына был хаҡта гел генә әйтеп тороуым да файҙаһыҙ: төҙәтергә һүҙ бирәләр ҙә оноталар. Ҡала хакимиәтендә лә шул уҡ хәл. Алға китеш булмағас, һеҙгә яҙырға булдым. Баш ҡаланан тел буйынса комиссияны Салауатҡа ебәреп булмаймы икән?
Ҡаланың бер эшҡыуары алтаҡталарын урыҫ һәм татар телендә яҙып элгән. Төҙәтергә уйламай ҙа.
9 Май байрамы уңайынан Тарих һәм тыуған төйәкте өйрәнеү музейы эргәһенә ике баннер элделәр. Уң яҡтағыһы тулыһынса урыҫса яҙылған. Һулдағыһы — урыҫ һәм башҡорт телдәрендә. Башҡортса ҡотлауҙың беренсе һүҙендә үк ике хата — “Йеңеу” тип яҙылған ине! Ҡала хакимиәтенә бер нисә тапҡыр барып әйткәс, ҙур байрам үткәс, тәүге хәрефтәрҙең өҫтөнә ҙур итеп “Е”-не йәбештереп ҡуйҙылар. Аҙаҡҡы хата шул килеш ҡалды.
Милли батырыбыҙҙың исемен йөрөткән ҡалабыҙҙа башҡорт теле ниңә шулай ҡәҙерһеҙ икән? “Башҡортостан” гәзитенең ярҙамына өмөт итәм. Билдәле сәбәптәр буйынса ысын исем-шәрифемде яҙмайым.
Р. М.
Салауат ҡалаһы.


Вернуться назад