Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов “Шәрҡиәт институтын асыу — көн талабы” (3 апрель, 2012 йыл) исемле мәҡәләһендә фән тармаҡтары өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡты.
Ғәрәп яҙыулы боронғо ҡомартҡыларҙы халыҡ араһынан йыйыу, бер ергә туплау эше менән Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов 1976 йылдан бирле, Мәскәүҙә аспирантурала уҡып ҡайтҡандан һуң, даими шөғөлләнә. Ваҡытында ул Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында йәш белгестәрҙән торған археографик төркөм дә ойошторғайны. Улар боронғо йәдкәрҙәрҙе туплау менән бергә ҡәҙимге әҫәрҙәрҙең тасуирламаһын да яҙҙы. Үкенескә ҡаршы, әле был эш төрлө сәбәп менән бөтөнләйгә тип әйтерлек туҡтап ҡалды.
Телде, тарихты, әҙәбиәтте яҙма сығанаҡтарҙан тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Улар ата-бабабыҙ тарафынан борон-борондан яҙыла барған. Бола, янғын арҡаһында бик аҙы ғына беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән. Шул аманатҡа беҙ, фән, техника сәскә атҡан мәлдә, хыянат итәбеҙ түгелме?
Ут күршеләребеҙ “Яҙма һәм музыкаль мираҫ үҙәге” төҙөнө. Етәкселәр уға бинаны Ҡазандың Ҡол Шәриф мәсете эргәһенән биргән. Боронғо ҡулъяҙма китаптарҙы һаҡлау өсөн Пермдән махсус тимер шкафтар алдыртҡандар. Бына был, исмаһам, халыҡ мираҫына, халыҡ хәтеренә әҙәмсә, хужаларса ҡарау һәм хәстәрлек күреү!
Ҡайһы бер етәкселәр: “Шәрҡиәт институтын асыу өсөн кадрҙар юҡ”, — тип һүҙ башлай. Был мәсьәләне хәл итергә теләмәгәндәрҙең яуабы, сөнки әле Төркиәлә, ғәрәп һәм фарсы илдәрендә уҡып ҡайтҡан күп егеттәребеҙ, ҡыҙҙарыбыҙ эш таба алмай йөрөй, араларында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағандар ҙа бар. Институт асмай тороп, кадрҙарҙы һауанан алып булмай. Минеңсә, Башҡортостандың боронғо ҡулъяҙма һәм иҫке баҫма китаптарын һаҡлау бинаһын булдырыу һәм Шәрҡиәт институтын асыу — күптән өлгөргән мәсьәлә.
Миҫалға V — ХIХ быуат боронғо әрмән әҙәбиәте ҡулъяҙма ҡомартҡылары тупланған Әрмәнстан Дәүләт һаҡлау бинаһы Матенадаранды, шуның нигеҙендә булдырылған Боронғо ҡулъяҙмалар институтын, Ташкент, Баҡы, Астана, Ҡазандағы Көнсығыш ҡулъяҙмалар институттарын килтерергә мөмкин. Беҙҙә лә шундай рух мөйөшө булһа, үткән менән хәҙергене бәйләү мөмкинлеге асылыр ине. Чиновниктарҙың аҡса юҡлыҡҡа һылтаныуы урынһыҙ.
Салауат ҠАСИМОВ,
тарих фәндәре докторы, профессор.