Дүртөйлө районында Фидан Ғафаровты һуңғы юлға оҙаттылар30.04.2025
Фото: Дүртөйлө районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте

Дүртөйлө районында Фидан Ғафаровты һуңғы юлға оҙаттылар

Кисә башҡорт театры һәм эстрадаһы йондоҙо Фидан Ғафаровты тыуған яғы Дүртөйлө районында ер ҡуйынына тапшырҙылар.  Легендар артист үҙенең теләге буйынса хәләл ефете Фәриҙә янында ерләнде.


«Бөгөн беҙ – беҙҙең республика, Дүртөйлө районы ҡайғы кисерә... Күренекле мәҙәниәт эшмәкәре, легендар шәхес, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Сафа улы Ғафаров менән бәхилләштек, — тип яҙа район хакимиәте башлығы Риф Йосопов. — Юғалтыу хәсрәтен аңлатыу өсөн һүҙҙәр табып булмай. Ул ысын сәхнә оҫтаһы ине. Уның таланты һәм үҙенсәлекле тауышы беҙҙең, тамашасыларҙың, йөрәген яулап алды, ә яҡташыбыҙ, халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең йырҙарын башҡарыуы шедеврға әйләнде. Был әҫәрҙәр бер нисә быуын тыңлап үҫкән мәҙәни байлыҡҡа әүерелде. Һис шикһеҙ, Фидан Сафа улының сағыу ижад юлы, юғары ҡаҙаныштары һәм мәҙәниәтте үҫтереүгә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшө мәңгегә беҙҙең хәтерҙә ҡалыр. Ауыр тупрағы еңел булһын. Яҡташыбыҙҙы онотмаҫбыҙ...»


27 апрелдә Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының легендар актеры Фидан Ғафаровтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Уға 77 йәш ине.


https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-04-30/fidana-gafarova-pohoronili-na-maloy-rodine-v-dyurtyulinskom-rayone-bashkirii-4219131



Вернуться назад