Баланы I класҡа бирергә ваҡыт еткәс, ҡалала йәшәгән ата-әсә ҙур һайлау алдына баҫа. Ҡайһы мәктәпкә өҫтөнлөк бирергә? Өй эргәһендәгегәме, эш еренә яҡын урынлашҡанғамы, иң алдынғы һаналғанғамы, баланың бәләкәстән төҫмөрләнгән һәләтенә ярашлынымы? Әллә милли белем усағы яҡшыраҡ булырмы? Милләтебеҙҙең ағинәһе Мәрйәм Бураҡаеваның тормош тәжрибәһе гәзит уҡыусыларыбыҙҙы уйландырыр, бихисап һорауға яуап табырға ярҙам итер, тигән ышаныстабыҙ.
Балаларыбыҙ бәләкәй саҡта ҡулса эсендәге тейен кеүек туҡтауһыҙ хәрәкәтләнергә, йүгерергә тура килде. Уларҙың көндәлек мәшәҡәттәренән тыш, Өфөлә туған телдә мәктәп, балалар баҡсаһы астырыу хәстәрлеге лә беҙҙең быуын иңендә ине. Был мөҡәддәс бурысты тормошҡа ашырыуҙа беҙ ҙә, йәғни Диҡҡәт менән мин дә, ситтә ҡалманыҡ, әлбиттә. Ә инде был маҡсатыбыҙҙы атҡарып сыҡҡандан һуң ҡаланың бер осонан икенсе яғына балаларҙы йөрөтөү... Иртә таңдан тороу... Транспорт тығыҙлығы...
Ошондай ығы-зығылы көндәрҙең береһендә беҙгә яҡын таныштарыбыҙ килде. Ул мәлдә Өфөлә ишле балалы ғаиләләр һирәк. Ә беҙҙең дүртәү ине. Һәр тарафтан кәңәш бирергә теләгәндәр бихисап булды. Ундайҙарға рәхмәтлемен, әлбиттә, сөнки һәр кем үҙ кимәленән сығып аҡыл өйрәтергә тырыша, яманға өндәмәй.
— Ярай, балаларығыҙҙы ишәйттегеҙ ҙә, ти... Һеҙҙең талант менән берәү ҙә етер ине. Яҙырға, яҙырға кәрәк ине икегеҙгә лә. Ә хәҙер башҡорт мәктәбе, балалар баҡсаһы тип йүгерәһегеҙ. Ни эшләп шул тиклем мәшәҡәт кәрәк һеҙгә, ниңә балаларығыҙға өҫтәмә йонсоуҙар уйлап сығараһығыҙ? Башҡорт телендә тәрбиәләйем тип, наҙан ҡалдыраһығыҙ бит уларҙы. Әйҙәгеҙ, ярҙам итәм, улығыҙҙы инглиз теле йүнәлешендәге мәктәпкә урынлаштырайыҡ. Минеке I класта ғына булһа ла инглизсә арыу ғына һөйләшә башланы, — тигән кәңәш-ярҙам итеү ниәте менән килгәйне был таныштарыбыҙ ҙа.
— Ә улығыҙ башҡортса һөйләшәме?
— Нимәгә кәрәк ул?
— Аңламаным. Мин туған телен белмәгәнде камил булмаған кеше тип һанайым. Дорфалыҡтың иң сиге ул балаңды туған телдән айырыу...
— Башҡорт бүлеген тамамлағандарҙың барыһы ла һинең һымаҡ бер яҡлы ғына уйлай. Диҡҡәт, һин бит Мәскәүҙә юғары уҡыу йортон тамамлаған кеше. Юғары даирәләрҙә аралашҡанһың. Балаларыңдың киләсәген, исмаһам, һин уйлаһаң ни була?
— Ә мин ни эшләп йөрөй тиһегеҙ? Үҙ балаларыбыҙҙы ғына түгел, башҡаларҙың киләсәге өсөн дә юллайбыҙ бит башҡорт мәктәптәре астырыуҙы.
— Күреп тороғоҙ, наҙандар үҫтереүсе мәктәп буласаҡ ул. Киләсәге юҡ уның. Минең ҡатынды ла унда инглиз теленән уҡытырға саҡырҙылар, ебәрмәнем.
...Йылдар үтте. Баяғы таныштарҙың балаһы, ысынлап та, зирәк ине. Инглиз теле йүнәлешле мәктәпте алтын миҙалға тамамланы, юғары белем алды. Әле Америка университеттарының береһендә профессор. Өс ҡатлы йорто, ике балаһының да машинаһы бар икән. Донъялары иҫ китмәле, ти.
Тыуымдан ҡалмағас, үлемдән дә ҡалып булмай. Атаһы фани донъянан китеп барҙы. Уны һуңғы юлға оҙатырға Американан улы, Германиянан ҡыҙы ҡайтты.
Күп тә үтмәне, әсәләре лә баҡыйлыҡҡа китеп барҙы. Был юлы ҡыҙы ғына ҡайта алды. Улы эштән бушай алмағанмы — ҡайтмаған. Яҡын ара түгел, эш кешеһе, бер йылда ике тапҡыр ҡайтырға форсаты булмағандыр.
Ҡатынды һуңғы юлға оҙатҡас, туғандары үҙ-ара былай тип һөйләне:
— Балаларының ситтә булыуына ныҡ ҡайғырҙылар. Исмаһам, дарыу алып килеп, хәл белеп китерлек кешебеҙ ҙә юҡ бит яныбыҙҙа, тип әрнерҙәр ине. “Ни өсөн йәшәлде был тормошта? Ҡартатай, өләсәй, тип килеп инһен ине ейәндәрем... Йөрәккә унан да шифалы ял булыр инеме? Нимәгә, кемгә кәрәк уларҙың көндө төнгә ялғап эшләүе? Сит ил өсөнмө? Балалары ла шунда тороп ҡаласаҡ. Рухи төрмә бит ситтә йәшәү. Һөйләшер, аралашыр, шатлыҡ-ҡайғыны уртаҡлашыр кешеләре лә юҡ, тел юҡ, моң юҡ. Атай, әсәй, туғандар, ил — береһе лә юҡ... Аҙаҡ иҫтәренә төшөр ҙә, һуң булыр. Илдән биҙҙереү туған телдән яҙҙырыуҙан башлана икән...” — тип ҡайғырыштылар. Кеше араһында һыр бирмәҫкә тырышһалар ҙа...
Мәрйәм Бураҡаева