Өфөлә композитор Рим Хәсәнов яңы пьесаһын Фидан Ғафаровҡа бағышлаған
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров менән бәхилләшеү сараһында композитор Рим Хәсәнов сығыш яһаны. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рим Мәхмүт улының Фидан Сафа улы башҡарыуындағы «Өфө йүкәләре», «Ҡышҡы романс» (Назар Нәжми һүҙҙәренә яҙылған) һәм башҡа йырҙары күп быуындар өсөн хитҡа әүерелде.
Матәм сараһында Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, Өфөнөң почетлы гражданы Рим Хәсәнов коллегаһы иҫтәлегенә яҙған «Фидан» исемле инструменталь пьесаһы аҫтында сыҡты.
— Бер ҡасан да көнләшмәгән ғәжәйеп кешеләр бар. Фидан Сафа улы – бәхет кешеһе, — тине Рим Хәсәнов. — Спектаклдәрҙә, телевидениела йәки концерттарҙа сәхнәгә сығып йырлағанда кешеләргә бәхет бүләк итә ине. Сәхнәлә шундай яҡты, талантлы, даһи кешене күреп, күптәрҙең яҙмышы ла үҙгәргәндер, бәлки. Миңә СССР-ҙың Композиторҙар союзы пленумдарында булырға тура килде, хатта шул ваҡытта Үзбәкстан, Тажикстан, Азербайжан, Белоруссиянан коллегалар менән осрашҡанда уларҙың кассеталарында Фидан Сафа улының бер-ике йыры бар икәнен күргәнем булды. Совет осоронда уҡ Фидан Ғафаров СССР-ҙа һәм унан ситтә лә билдәле ине, сөнки яҡташтарыбыҙ төрлө төбәктәрҙә йәшәй. Миңә Фидан тураһында үткән заманда һөйләүе бик ауыр, ул мәңгегә беҙҙең күңелдәрҙә ҡалыр.