Популяр Ay Yola төркөмө «Һомай» йырына клиптың тизерын күрһәтте
Өфөнән Ay Yola төркөмө «Һомай» йырына рәсми клип тизерын күрһәтте. Премьера 2025 йылдың 6 майында була, тип хәбәр иттеләр музыканттар социаль селтәрҙә.
Клиптың тизеры музыка һөйөүселәрҙең күңеленә хуш килде. Социаль селтәрҙә уны 100 мең тапҡыр ҡарағандар.
Төркөм музыканты Ринат Рамаҙанов әйтеүенсә, клип өҫтөндә талантлы ижади команда эшләй. Улар Башҡортостандың гүзәллеген һәм башҡорт фольклорының бер өлөшө булған «Урал батыр» эпосынан мотивтарҙы күрһәтергә тырыша.
Ринат Рамаҙанов һүҙҙәренсә, Ay Yola төркөмөнөң сәхнә костюмдары дизайнын дизайнер Мария эшләгән, ә тире кейемдәрҙе һәм атрибутиканы музыканттар үҙҙәре теккән.
Бынан алдараҡ Башинформ Башҡортостан Башлығының Ay Yola төркөмө музыканттарына маҡтаулы исем биреү тураһында указға ҡул ҡуйыуын хәбәр иткәйне.