Башҡорт драма театрында спектакль Фидан Ғафаровтың яҡты иҫтәлегенә арнала28.04.2025
Фото: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының матбуғат хеҙмәте

Башҡорт драма театрында спектакль Фидан Ғафаровтың яҡты иҫтәлегенә арнала

3 майҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында «Бәхет хаҡы» спектакле актер, Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры Фидан Сафа улы Ғафаровтың яҡты иҫтәлегенә арнала.


«Фидан Ғафаров уйнаған төп герой Зарифтың сәхнә күренештәре был көндө экранда күрһәтелә, — тип белдерҙеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтендә. — «Бәхет хаҡы» мелодрамаһының премьераһы 2012 йылдың 19 апрелендә булды. 3 майҙа спектакль 199-сы тапҡыр ҡуйыла».


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, музыкаль мелодраманы Айрат Абушахманов Хәлисә Мөҙәрисованың пьесаһы буйынса сәхнәләштергән. Композитор Зарифтың тормошондағы ҡайһы бер ваҡиғалар Фидан Ғафаровтың яҙмышына ла тап килә.


— Тематикаһы һәм тәбиғәте буйынса Зариф роле миңә бик яҡын, — тигәйне Фидан Сафа улы. — Геройымдың спектаклдәге тормошо минекенә бик оҡшаш. Гүйә, сәхнәләге ваҡиғаларҙа ижади һәм ҡатмарлы тормош юлым сағыла. Эйе, һәр кешенең тормошта үҙ юлы була. Спектакль геройҙарыныҡы ла шулай уҡ: кемдер яҙмышы менән ҡәнәғәт булып, ҡыуанып йәшәй, ә кемдер тормошта буй етмәҫлек үрҙәргә ынтыла, дан, абруй, танылыу артынан ҡыуа. Кеше тормошонда аңлатып бөтмәҫлек тылсымлы, серле көскә эйә булған, йәшәйештең айырып алғыһыҙ өлөшө һаналған ижад геройҙарҙы тормошта иң ҡәҙерле һәм иң мөһим нәмә — бәхет хаҡы тураһында уйланырға мәжбүр итә.


Башинформ шулай уҡ Өфөлә Фидан Ғафаров менән бәхилләшеү көнө тураһында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-04-28/bashdramteatr-sygraet-spektakl-v-pamyat-o-fidane-gafarove-4216184







Вернуться назад