Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров арабыҙҙан китеп барҙы
Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров арабыҙҙан китеп барҙы. Ауыр хәбәрҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров еткерҙе.
— Һәр кешегә яҡын һәм ҡәҙерле ижад әҫәре була. Минең өсөн был һәр саҡ Фидан Ғафаров башҡарған «Ҡышҡы романс» йыры булды. Бала саҡта радионан Фидан Ғафаровтың йырҙары ишетелеп ҡалһа, әсәйем һәр саҡ уның тауышын көсәйтергә ҡуша ине.
Фидан Сафа улы һәр саҡ тормошобоҙҙа булды. Бөгөн шәхсән минең һәм бөтә республика өсөн ауыр юғалтыу. Фидан Сафа улы китеп барҙы. Бөйөк кеше — Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы. Мәңге хәтерҙә һаҡланыр, — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фидан Сафа улы Ғафаров 1947 йылдың 12 октябрендә Дүртөйлө районы Яңы Уртай ауылында тыуған. Ошо ауылда 7 синыфты тамамлағас, 14 йәшендә Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға килә. 1966 йылда училищены тамамлағас, Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килә. Театрҙа ниндәй генә роль уйнамаһын, үҙен һәр саҡ талантлы сәхнә өҫтаһы итеп күрһәтә.
Театр сәхнәһендә Ә. Атнабаевтың «Мөхәббәт тураһында йыр» драмаһында Илһам, У. Шекспирҙың «Ромео һәм Джульетта» трагедияһында (Ш. М. Мортазина ҡуйылышы) Ромео ролдәре менән сығыш яһай башлаз. Ф. Ғафаров репертуары төрлө жанрлы драма әҫәрҙәрендәге киң темаларға ҡағылған 100-ҙән ашыу ролде үҙ эсенә ала.
Талантының тәбиғилеге, лирик хисле булыуы, күңел кисерештәрен нескә асып биреү һәләте менән актёр башҡаларҙан айырылып тора. Моңло тауышы тамашасыны әсир итә. 1991 йылда ул «Фидан Ғафаров театры»н ойоштора.
2020 йылдың мартында башҡорт театр сәхнәһе һәм эстрада йондоҙо, популяр актёр һәм лирик йырҙар башҡарыусы Фидан Ғафаровҡа «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелде.