Ay Yola төркөмө йәйгеһен беренсе альбомын сығарырға әҙерләнә23.04.2025
Фото: социаль селтәрҙәр

Ay Yola төркөмө йәйгеһен беренсе альбомын сығарырға әҙерләнә

Ay Yola этно-төркөмө үҙенең беренсе альбомын йәй башында сығарырға әҙерләнә. Был хаҡта музыкант Ринат Рамаҙанов Республикаға идара итеү үҙәгендә биргән интервьюһында һөйләне.


Релиз 12 тректан тора, уларҙың геройҙары – башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы персонаждары Аҡбуҙат, Шүлгән, Ҡатил батшаның үгеҙе һәм башҡалар.


«Был төрлө жанрлы эш, тәрән мәғәнәгә эйә, бында яҡшылыҡ менән яуызлыҡ көрәше тураһында һүҙ бара. Йәйгә тиклем тағы  2-3 сингл сығарабыҙ», — тине Рамаҙанов.


«Башинформ» хәбәр иткәнсә, донъяны шаулатҡан «Homay» йырына рәсми клип май айында сыға. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, композиция Рәсәй хит-парадында беренсе урынды алды, ә донъя чартында улар Леди Гаганы һәм Бруно Марсты ла уҙып китте.


Бынан алдараҡ Башҡортостан Башлығы Ay Yola төркөмө музыканттарына республикабыҙҙың халыҡ һәм атҡаҙанған артистары исемен биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.


https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-04-23/debyutnyy-albom-ay-yola-vyydet-letom-4209532



Вернуться назад