Ay Yola төркөмө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының юғары наградаһына лайыҡ булды17.04.2025

Ay Yola төркөмө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының юғары наградаһына лайыҡ булды

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Һомай» хиты менән республиканы бар донъяға танытҡан Ay Yola төркөмөн «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләне. Бөгөн йәмәғәт ойошмаһы ағзалары музыкант, Башҡортостандың халыҡ артисы Ринат Рамаҙанов менән осрашты.


Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы 2010 йылдан алып күренекле мәҙәниәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәренә, дин әһелдәренә башҡорт халҡын берләштереү, милли мәҙәниәтте, туған телде һәм рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау эшендәге ҡаҙаныштары өсөн тапшырыла. Әйткәндәй, Ринат Рамаҙанов, «Арғымаҡ» төркөмө солисы булған саҡта, 2019 йылда «Күсмә халыҡтар донъяһы» халыҡ-ара этнофестивалендә еңгәндән һуң ошо миҙал менән бүләкләнгәйне.


Дүшәмбе Башҡортостан Башлығы Ay Yola төркөмө музыканттарына маҡтаулы исемдәр биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Уларҙың беренсе альбомы башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосына нигеҙләнгән. Миллионлаған кеше тыңлаған йыр изге мифик ҡош Һомайға арналған. Ул төп геройға яуыз көстәр менән көрәшкәндә ярҙамлаша.


https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-04-17/trio-ay-yola-vruchili-vysshuyu-nagradu-kurultaya-bashkir-4202620



Вернуться назад