112-се Башҡорт атлы дивизияһының легендар байрағы реставрациянан һуң Өфөгә ҡайтты
112-се Башҡорт атлы дивизияһының легендар Ҡыҙыл байрағы реставрациянан һуң Өфөгә ҡайтты. Бөгөн Башҡортостандың Милли музейында журналистарға байраҡтың тарихы, уны реставрациялау барышы тураһында һөйләнеләр һәм реставрация эштәренең һөҙөмтәләрен күрһәттеләр.
— Был байраҡҡа 80 йылдан ашыу ваҡыт үткән, шуға уны реставрациялау талап ителә ине. Был 16-сы гвардия дивизияһының хәрби байрағы түгел, был шеф байрағы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының иң беренсе байрағы, Башҡорт АССР-ы Юғары советы Президиумы тапшырған булған. 1942 йылда Миңлеғәле Шайморатов фронтҡа юлланыр алдынан байраҡ төркөмөнә тап ошо Ҡыҙыл байраҡты тапшырған, — тип һөйләне музейҙың төп һаҡлаусыһы Зилә Ниғмәтуллина. — Һуңынан 1945 йылдан 1963 йылға тиклем байраҡ Мәскәүҙә, Ҡораллы көстәрҙең Үҙәк музейында һаҡлана. Өфөгә «Бик йәшерен» грифы аҫтында ҡайтҡас, байраҡ музейға ҡуйыла, әммә ваҡыт үтеү менән экспозиция ҡиәфәтен юғалта һәм запаста һаҡлана. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан беҙ етәкселек ярҙамында ошо байраҡты реставрацияларға булдыҡ.
Ике яҡлы байраҡ тәүҙә ебәк репстан эшләнгән, рус һәм башҡорт телдәрендә яҙыуҙар бар. Мәскәүҙә реставрациялау эштәре дүрт айға яҡын дауам иткән.
- Артефакттар донъяһында музей фондтарындағы байраҡтар айырым урынды биләй, сөнки элек-электән байраҡтар яугирҙәрҙең берҙәмлеген, фиҙакәрлеген, хатта үҙ ғүмерен ҡорбан итеүен кәүҙәләндергән. Тап ошо байраҡ Башҡортостан һәм Рәсәй халыҡтары өсөн айырыуса мөһим, сөнки ул Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларының тере шаһиты булып тора, – тине Зилә Ниғмәтуллина. – Бөгөн дә ул – илһөйәрлек, берләшеү, көслө рух символы. Шуға күрә был байраҡ халыҡтың һәм яугирҙәрҙең Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшөн күрһәтер һәм Еңеү өсөн ғүмерен биргәндәр тураһында хәтерҙе һаҡлар тип ышанабыҙ.
9 майҙан легендар хәрби байраҡ Миңлеғәле Шайморатов исемендәге музей залына даими экспозицияға ҡуйыла, уны теләгән һәр кем килеп ҡарарға мөмкин.