Башҡортостанда Милли кейем көнөн билдәләнә
Айҙың өсөнсө йомаһында, 18 апрелдә, Башҡортостанда милли кейем көнө билдәләнә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбировтың башланғысы менән 2020 йылдан республикала сентябрь һәм апрель айҙарында милли кейем көнө ойошторола.
Башҡортостан халыҡтарының Милли кейеме көнө алдынан Өфө хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы бейеү флешмобын иғлан итте. Флешмобҡа ҡушылыу өсөн үҙеңдең образыңа милли кейем элементтарын өҫтәү, этник музыкаға бейеп йәки төрлө хәрәкәттәр яһап, ҡыҫҡа видео төшөрөү талап ителә.
Роликты #этномодалы хештегы менән «Бәйләнештә» социаль селтәренә һалыр, шулай уҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығын билдәләргә кәрәк. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ведомстово иң яҡшы видеояҙмаларҙы билдәләй.
0+
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда «Минең шәжәрәм» тикшеренеү эштәре конкурсының тамамланыуын хәбәр иткәйне.