Өфөлә Еңеүҙең 80 йыллығына арналған тантаналы саралар исемлеге билдәле булды14.04.2025

Өфөлә Еңеүҙең 80 йыллығына арналған тантаналы саралар исемлеге билдәле булды

Өфөлә Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы тантаналы саралар исемлеге баҫылды. Башҡортостандың баш ҡалаһында ошо мөһим байрамға арналған программа әҙерләнә, тип хәбәр итә Өфө хакимиәте.


Әйтәйек, республиканың иң көслө командалары араһында лазер алышы буйынса Башҡортостан чемпионаты һәм беренселеге, фигуралы шыуыу буйынса республика беренселеге, «Яҙғы ралли-2025» спорт туризмы фестивале, спорт аэробикаһы буйынса Федерация кубогына ҡала ярыштары, Бөтә Рәсәй волейбол турниры һәм башҡа саралар планлаштырыла.


Мәҙәни афишала – патриотик концерттар, күргәҙмәләр, флешмобтар, осрашыуҙар, спектаклдәр, конкурстар һәм ижади акциялар.


https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-04-14/v-ufe-opublikovali-afishu-torzhestvennyh-meropriyatiy-k-80-letiyu-pobedy-4196619



Вернуться назад