Рөстәм Ғиззәтуллин башҡортса хитын рус телендә яҙҙырған07.04.2025

Рөстәм Ғиззәтуллин башҡортса хитын рус телендә яҙҙырған

Популяр йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм Ғиззәтуллин үҙенең «Яҙ килә» тигән хитын рус телендә яҙҙырған. Уның тексын Айгөл Үтәгәнова тәржемә иткән. Артист йырҙың өҙөгөн социаль селтәрҙәге сәхифәһенә һалған.


«Дуҫтар, ниһайәт, мин «Яҙ килә» йырын рус телендә яҙҙырҙым. Был тәржемә генә түгел — яңы хис-тойғо, үҙем аша үткәрелгән яңы яҙ, — тип яҙа артист социаль селтәрҙә. — Тиҙҙән йырҙы ишетерһегеҙ. Хуплауығыҙҙы көтәм — был миңә һәр ваҡыт артабан ижад итергә көс-ҡеүәт бирә».


«Яҙ килә» йыры 2002 йылда уҡ яҙылғайны, 2003 йылдың яҙында популярлыҡ яуланы. Шул ваҡыттан алып уны төрлө йырсылар башҡарҙы, шул иҫәптән күптәр Элвин Грейҙың кавер-версияһын яҡшы хәтерләй.


 Бынан алдараҡ «Башинформ» Рөстәм Ғиззәтуллиндың милли мәҙәниәтте популярлаштырыу юлдарын тәҡдим итеүе тураһында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-04-06/rustam-gizzatullin-zapisal-svoy-bashkirskiy-hit-na-russkom-yazyke-4186572



Вернуться назад