Республикала Ҡурай байрамы ойошторола28.03.2025
Фото: Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте

Республикала Ҡурай байрамы ойошторола

16-17 майҙа Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге XXIV Республика ҡурай байрамы үткәрелә.


Байрам милли музыка ҡоралы ҡурайға арналған, ул башҡарыу традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә, шулай уҡ ғаилә ижады традицияларын үҫтереүгә, быуындар бәйләнештәрен нығытыуға йүнәлтелгән.


Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, байрам программаһында һәүәҫкәр һәм профессиональ ҡурайсылар – солистар һәм ансамблдәр араһында конкурс; ижади лаборатория һәм еңеүселәр, байрам ҡунаҡтары ҡатнашлығында йомғаҡлау сараһы ҡаралған.


Конкурс бер нисә йәш категорияһында үткәрелә, һәр ҡатнашыусы үҙенең музыкаль оҫталығын күрһәтә ала. Ҡатнашыу өсөн ғаризалар 10 майға тиклем ҡабул ителә.


https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-03-28/v-bashkirii-sostoitsya-respublikanskiy-prazdnik-kuraya-4176674



Вернуться назад