Мәскәү йырсыһы «Һомай» йырын русса башҡарған26.03.2025
Фото: скриншот

Мәскәү йырсыһы «Һомай» йырын русса башҡарған

Мәскәү йырсыһы Зарина Туликова рус телендә «Һомай» йырын башҡарҙы. Ул үҙенең видеояҙмаһын социаль селтәрҙәргә урынлаштырған. Клип ҡыҫҡа ваҡытта миллион ҡарау йыйған.


«Йола» башҡорт этно-төркөмө «Һомай» йыры менән бер нисә көндә танылыу яуланы, ул социаль селтәрҙәр буйлап таралды һәм бөгөн «Бәйләнештә» селтәрендәге рейтингта 18-се урынға күтәрелде.


Быға тиклем «Башинформ» агентлығы Рәсәй лейблында «Урал-батыр» эпосы буйынса башҡортса альбом сығарылыуы хаҡында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-03-26/moskovskaya-pevitsa-zapisala-kaver-na-bashkirskuyu-pesnyu-omay-4173069



Вернуться назад