«Ay Yola» проекты төрлө илдәрҙә популярлыҡ яулай25.03.2025

«Ay Yola» проекты төрлө илдәрҙә популярлыҡ яулай

«Ay Yola» башҡорт проектының йырҙарын интернетта миллион тапҡыр ҡарағандар, ҡараусылар даими арта бара. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» «Урал батыр» эпосы нигеҙендәге башҡортса альбомдың Рәсәй лейблында сығыуы тураһында хәбәр иткәйне. «Һомай» йыры Ҡаҙағстанда һәм Урта Азия илдәрендә ҙур популярлыҡ яулай.


Ҡаҙағстан тыңлаусыһы, журналист Ержан Әхмәтов был күренеште ыңғай мәҙәни үҙ-ара алмашыу тип атай.


«Башҡорт йырының Ҡаҙағстанда популяр булып китеүенә ғәжәпләнергә лә кәрәкмәй тип уйлайым, — ти Ержан Әхмәтов. —Беренсенән, ҡаҙаҡ тыңлаусыһы башҡорт контентын һағынды. Ҡаҙағстанда ҡаҙаҡтарға аңлайышлы һәм яҡын туғандаш халыҡтарҙың вәкилдәре ижад иткән йырҙарҙы яратып тыңлайҙар. Һуңғы йылдарҙа мин ике музыкаль йүнәлеште генә атай алам (традицион сәнғәтте иҫәпкә алмағанда, ҡурай айырым урынды биләй): эстрадала «Арғымаҡ» төркөмө һәм йырсы Айгөл Үтәгәнованың йыры (асылда, Батырхан Шукеновтың башҡорт телендәге йыры). 20 йыл эсендә Ҡаҙағстанда яңғыраған бына ошо йырҙарҙы ғына иҫемә төшөрҙөм. 


Йырҙың боронғо, башҡорт фольклорынан булыуы аңлашыла, әммә уны электрон музыка элементтары менән, хайперпоп стилендә ҡулланыу ҡыҙыҡлы. Ҡаҙағстанда хайперпоп күптән бар, ләкин традицион музыка, традицион башҡарыу Ҡаҙағстанда һаман да популяр булып ҡала, ә хайперпоп беҙҙә башлыса 20 йәшкә тиклемге йәштәр араһында популяр тип әйтер инем. «Һомай Урал батыр» композицияһында хайперпоп стилен ҡулланыу маҡсатҡа ярашлы, сөнки башҡорт теленә, бигерәк тә башҡорт йәштәре араһында ҡыҙыҡһыныу уята. Ул ҡаҙаҡ йәштәре өсөн дә аңлайышлы, сөнки телдәр 85 процентҡа оҡшаш».


Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, альбом авторҙары командаһында — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, «Арғымаҡ» этно-төркөмөн ойоштороусы һәм уның солисы Ринат Рамазанов (вокал, ҡурай), «Илһам» халыҡ-ара конкурсында гран-при яулаған йырсы, «Musume» проектының йөҙө һәм тауышы Адель Шәйхетдинова (вокал, гитара, думбыра) һәм Руслан Шәйхетдинов (саунд-продюсер, бас-гитара, ҡыл-ҡумыҙ): билдәле DJ, «Maximum» радиоһында «Electroshock» радио-шоуын алып барыусы, музыкант, тауыш режиссеры һәм DJ Ruslan Sever.


Ринат Рамазанов «Башинформ»ға «Һомай» йырын башҡарыусы Адель Шәйхетдинова менән хеҙмәттәшлек тураһында һөйләне:


«Адель Шәйхетдинова – диджей Руслан Северҙың ҡыҙы. Руслан менән был проектты башлаған саҡта беҙгә ҡатын-ҡыҙ тауыштары, вокализдар кәрәк ине. Адель партияны башҡарғас, уның солист була алыуын аңланыҡ. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар партияларына ҡурай, ҡумыҙ, өзләү, саунд-продюсер өҫтәлә, аранжировка авторы – Руслан Шәйхетдинов. Ҡайһы бер, атап әйткәндә, «Батырҙар» һәм «Һомай» йырҙарының һүҙҙәрен Диана Килдина яҙҙы. Тағы ла эпостан өҙөктәр менән релиздар көтөлә».


 https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-03-25/bashkirskiy-proekt-ay-yola-nabral-milliony-prosmotrov-v-raznyh-stranah-4171305



Вернуться назад