«Башҡорт йәшмәһе йорто» проектына старт бирелде
Башҡортостанда «Башҡорт йәшмәһе йорто» проектына старт бирелде. Ул Совет майҙанында, элекке контроль-иҫәп палатаһы бинаһында урынлаша, тип белдерҙе Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.
— Йәшмә, башҡорттарҙың тарихы, мәҙәниәте менән бәйле яңы музей комплексы барлыҡҡа килә, — тип билдәләне республика етәксеһе. — Тәүге матур проект ҡарарҙары бар. Башҡорт йәшмәһе йорто генерал Шайморатов һәйкәле урынлашҡан Совет майҙанында асыла.
Радий Хәбиров ошо арала бинаның милек хоҡуғына ҡағылышлы барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәклеген әйтте.
«Башинформ» Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 20 мартта ошо музей-күргәҙмә үҙәгенең һәм экспозиция залының проект ҡарарҙары менән танышыуын хәбәр иткәйне.