21 мартта яҙғы Наурыҙ байрамы билдәләнә
21 мартта донъяла халыҡтарҙың бай тарихын һәм йолаларын кәүҙәләндергән Наурыҙ байрамы билдәләнә. Рәсәй президенты Владимир Путин Наурыҙ байрамы уңайынан Азербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Төркмәнстан һәм Үзбәкстан президенттарына ҡотлау хаттары ебәрҙе.
Лидерҙарға ҡотлауҙарында Владимир Путин стратегик партнерлыҡтың ике яҡлы мөнәсәбәттәре дуҫ халыҡтарыбыҙ мәнфәғәте өсөн артабан да уңышлы үҫешеренә ышаныс белдерҙе. Рәсәй президенты ошо күркәм байрам көнөндә әлеге дәүләттәрҙең граждандарына иң яҡшы теләктәрен еткереүҙе һораны, тип хәбәр итә Кремль сайты.
Наурыҙ фарсы теленән тәржемә иткәндә «яңы көн» тигәнде аңлата, байрам яҙ башланыуын һәм тәбиғәттең яңырыуын символлаштыра. Ул боронғо замандарға барып тоташа һәм беҙгә тамырҙарыбыҙ, быуындан-быуынға тапшырылған килгән мәҙәни мираҫыбыҙ һәм ҡиммәттәребеҙ тураһында иҫкә төшөрөргә мөмкинлек бирә.
Меңәр йылдар дауамында Наурыҙ ғаиләләрҙе һәм ойошмаларҙы берләштерә, барыһын да осрашыуҙарға һәм байрамдарға саҡыра. Байрам көнөндә төрлө милли ризыҡтар әҙерләү, йорттарҙы биҙәү һәм яҡындарың менән осрашыу йолаһы йәшәп килә.