Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль Рәсәйҙең оборона министрлығы сараларында сығыш яһай17.03.2025
Фото: видеотрансляциянан скриншот

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль Рәсәйҙең оборона министрлығы сараларында сығыш яһай

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Рәсәй оборона министрлығы сараларында сығыш яһай. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә ошо хаҡта белдерҙе.


«Ансамблдең Мәскәүҙең Кремль һарайындағы сығышы уңышлы булды. Алты мең урынға иҫәпләнгән тамашасылар залы туп-тулы ине. Беренсе бүлектә тамашасылар башҡорт хореографияһы ынйылары менән танышты, ә икенсеһендә донъя халыҡтары бейеүҙәре күрһәтелде. Патриотик блокты оборона министрлығындағы коллегалар юғары баһаланы. Ансамбль Рәсәйҙең оборона министрлығы сараларына йәлеп ителә», — тип билдәләне Әминә Шафиҡова.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 11 мартта Мәскәүҙең Кремль һарайында Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» тигән тәүге концерты үтте.


https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-03-17/ansambl-imeni-fayzi-gaskarova-vystupit-na-meropriyatiyah-minoborony-rossii-4159718



Вернуться назад