Яңыртылған Өфө дәүләт циркын 2028 йылда асырға йыйыналар14.03.2025
Фото: «Башинформ» агентлығы архивы

Яңыртылған Өфө дәүләт циркын 2028 йылда асырға йыйыналар

Башҡортостанда яңы һәм реконструкцияланған объекттарыбыҙ — Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, Октябрьский музыка колледжы, Альбанов исемендәге ҡотопсолар һәм Шаляпин исемендәге музыка музейҙары менән ғорурланалар. Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге асылды, музейҙы булдырыу эштәре бара.


Республикала күптән көтөлгән объектты — Өфө дәүләт циркын реконструкциялауға федераль аҡса йәлеп ителә. Эштәр 2026 йылда башлана.


«Эдгард Вальтерович (Эдгард Запашный – Ҙур Мәскәү дәүләт циркының генераль директоры) ярҙамығыҙ һәм фәһемле кәңәштәрегеҙ өсөн рәхмәт. Был объект беҙҙең өсөн бик мөһим. 2028 йылда уны яңыртылған килеш асыу өсөн барыһын да эшләрбеҙ», — тине Радий Хәбиров V «Арт-Ҡоролтай» мәҙәни форумының пленар ултырышында.


https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-03-14/obnovlennyy-ufimskiy-gostsirk-planiruyut-otkryt-v-2028-godu-4157737



Вернуться назад