Өфөлә башҡорт атының гимнын һайланылар06.03.2025
Фото: Фото:Башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институтының матбуғат хеҙмәте

Өфөлә башҡорт атының гимнын һайланылар

Бөгөн Өфөлә Башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институтында башҡорт аты гимны һайланды. Конкурс еңеүсеһе итеп бер тауыштан  «Атайсал» ир-егеттәр ансамбле башҡарған «Йәшәһен башҡорт аты» йыры билдәләнде. Йырҙың һүҙҙәрен – билдәле шағирә Фирүзә Абдуллина, көйөн Рәмил Туйсин яҙған.


«Ярты йыл самаһы барҙы был ярыш. Мин башҡорт атына мәҙхиә, уны данлау маҡсатында йыр яҙҙым. Әммә конкурс республика кимәленә күтәрелеп, гимн булдырыу хаҡында ҡарар ителде. Әйткәндәй, башҡорт атының гимны күптән бар, уның хаҡта бик күп халыҡ йырҙары яҙылған, уларҙа аттарҙың үткәне лә, яуҙағы даны ла сағыла. Хәҙерге күҙлектән ҡарағанда, башҡорт аты гимны айырыуса әһәмиәтле, сөнки был уның брендын популярлаштырырға ярҙам итәсәк. Йылҡы өйөрө һымаҡ был гимн мотлаҡ күмәк кеше башҡарыуында йырланырға тейеш. Думбыра сыңы аттар сабышын яңғырата, ҡурай һәм ҡумыҙ моңдары уның яу юлын күҙ алдына баҫтыра. Маҡсатыма ирешкәнмендер, тип уйлайым. Башҡорт атының гимнын яҙыу минең өсөн иң ҙур еңеү. Был тарихи мәл», – тип белдерҙе гимн авторы Рәмил Туйсин.


«Башҡорт аты» башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институты директоры Руслан Ғизәтуллин гимн булдырыу идеяһы менән Баймаҡ районы фермеры Илнур Биктимеров сығыш яһауы хаҡында белдерҙе.


«Башҡорт аты – Башҡортостан Республикаһының тере милли символы. Баймаҡ районынан фермер Илнур Биктимеров башҡорт аты тураһында гимн булдырыу идеяһын тәҡдим итте, беҙ уны хупланыҡ, положение төҙөнөк, профессиональ жюри ағзаларын йыйҙыҡ, комиссия ултырышын ойошторҙоҡ. Күптән түгел БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы тарафынан Башҡортостандың Милли мираҫ дәүләт реестры булдырылды. Ә унда башҡорт аты беренсе урында тора, был бик мөһим ваҡиға. Шуға күрә гимн, һис шикһеҙ, кәрәк. Еңеүсене ҡотлайбыҙ, йыр ысын мәғәнәһендә башҡорт аты гимны булырға лайыҡлы», — тине Руслан Ғизәтуллин.


– Был шиғыр 2023 йылда «Башҡорт аты» фестиваленә яҙылғайны. Көйөн Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Туйсин яҙҙы. Әммә тиҙ арала йырға башҡарыусы табылманы. Гимнға конкурс иғлан ителгәс, Рәмил Туйсин «Атайсал» төркөмө ойоштороп, йырҙы халыҡ хөкөмөнә сығарҙы, – тине Фирүзә Абдуллина.


Хәбәр итеүебеҙсә, «Башҡорт аты гимны» конкурсы «Башҡорт аты» башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институты, Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге, Йылҡысылыҡты үҫтереү ассоциацияһы һәм «Ҡыпсаҡ» крәҫтиән-фермер хужалығы тарафынан ойошторолдо. Унда Башҡортостандан, шулай уҡ Татарстандан, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән, Тула һәм Мәскәү ҡалаларынан 150-нән ашыу кеше ҡатнашҡан. Гимнды баһалама комиссияһы составында билдәле композитор, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нур Дауытов, Башҡортостан гимны авторы, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Иҙрисов, Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеге мөдире Римма Садиҡова, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Салауат Кирәев һәм композитор Айрат Ғайсин һайланы.





Вернуться назад