Башҡортостанда 150-нән ашыу кеше башҡорт аты гимнының вариантын яҙған
Республикала «Башҡорт аты гимны» конкурсына 150-нән ашыу ғариза килгән. Башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институтынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурста Башҡортостанда, шулай уҡ Татарстанда, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләрендә, Тула һәм Мәскәү ҡалаларында йәшәүселәр ҙә ҡатнаша.
Бөгөн Өфөлә конкурс комиссияһы ултырышы бара һәм конкурсҡа йомғаҡ яһала. Комиссия составында билдәле композитор, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нур Дауытов, Башҡортостан гимны авторы, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Иҙрисов, Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеге мөдире Римма Садиҡова, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Салауат Кирәев һәм композитор Айрат Ғайсин эшләй.
Конкурсты «Башҡорт аты» башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институты, Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге, Йылҡысылыҡты үҫтереү ассоциацияһы һәм «Ҡыпсаҡ» крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштора.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың октябрендә фермер Илнур Биктимеров тәҡдиме менән республикала башҡорт аты гимны конкурсы башланды. Еңеүселәр 2025 йылда «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестиваленең концерт программаһында ҡатнаша, унда гимн авторына төп бүләк – башҡорт тоҡомло ат тапшырыла.
Бынан алдараҡ республика етәксеһе башҡорт атын популярлаштырыу хаҡында һөйләгәйне.