Башҡортостанда Салауат Юлаев музейы төҙөкләндерелә
Башҡортостандың Милли музейы Малаяҙ ауылындағы Салауат Юлаев музейын капиталь ремонтлау өсөн килешеү төҙөнө. Эштәрҙең хаҡы 114 миллион һумға баһалана. Был мәғлүмәт дәүләт һатып алыуҙары сайтында урынлаштырылған.
Килешеүгә ярашлы, музейҙың ҡыйығын һәм тышҡы яғын, йылытыу, елләтеү, һыу менән тәьмин итеү һәм канализация системаһын ремонтлау ҡарала. Подрядсы бинаның эске биҙәген яңыртырға, яңы яҡтыртҡыстар ҡуйырға һәм эргә-тирә биләмәне төҙөкләндерергә әҙерләнә.
Эштәр «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә федераль һәм төбәк бюджеттарынан финанслана. Капиталь ремонт 2027 йылдың 30 сентябренә тиклем тамамланырға тейеш.
Салауат Юлаев музейы 1965 йылда асылған. Музей экспозицияһы милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың яҙмышы тураһында һөйләй. Башҡорт тирмәһенең йыһаздары, кейем-һалым, эш ҡоралдары, кәрәк-яраҡтар; риүәйәт буйынса, Салауаттың эйәре һәм ҡылысы айырым урын биләп тора. Күргәҙмәлә башҡорттарҙың Емельян Пугачевҡа ҡушылыу сәбәптәрен асҡан, 1773-1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы этаптарын сағылдырған материалдар бар.
«1774 йылдың 3 июнендә Әй йылғаһы буйында Пугачев һәм Салауат Юлаев отрядтарының Михельсон корпусына ҡаршы алышы» диорамаһы экспозицияла төп урынды алып тора.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостан музейҙары Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына әҙерләнә.