Ришат Төхвәтуллинға Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелде
Ришат Төхвәтуллинға Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелде. Награданы йырсы бөгөн Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан алды.
Артист шатлығын йәшермәгән, «Элмәлек» башҡорт халыҡ йырын һуҙып ебәргән һәм тантанала ҡатнашыусыларҙың барыһын да таң ҡалдырған.
Ришат Төхвәтуллин сығышы менән Туймазы районының Ҡарамалы-Ғөбәй ауылынан. Атаһы Айрат Сөләймән улы механизатор, ә әсәһе Розалия Нурулла ҡыҙы клуб мөдире булып эшләй.
Ришат Октябрьский ҡалаһында музыка училищеһының хор бүлегендә (етәксеһе — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәлиә Зәкир ҡыҙы Мусина) уҡып сыға. 2013 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын (профессор, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрзәнә Фәтхулла ҡыҙы Сәғитова класы буйынса) тамамлай.
Ришат бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ була. Мәктәптә уҡыған саҡта Нефтекамала үткәрелгән башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың «Дуҫлыҡ моңо» төбәк-ара конкурсында 2-се урынды яулай. 2008 йылда «Гәлсәр hандуғас» конкурсында ҡатнашып, «Гармун моңо» йыры менән «Өмөт» номинацияһында еңеү яулай. 4-се курстан концерттар менән сығыш яһай башлай. 2011 йылда «Татар моңо» фестивалендә башҡорт халыҡ йыры «Элмәлек» һәм татар халыҡ йыры «Әллүки»не башҡарып, 3-сө урынға лайыҡ була. Рәшит Ваһапов исемендәге фестиваль лауреаты. Рәшит Ваһапов фонды директоры Рифат Фәттәхов йырсының беренсе гастролдәрен ойоштора. Үҙенең ижади төркөмө менән Рәсәй Федерацияһының төрлө республикаларында һәм өлкәләрендә йылына 130 концерт ҡуя.