Башҡортостанда туған телдә автор йыры конкурсы тамамланды28.02.2025
Фото: Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты

Башҡортостанда туған телдә автор йыры конкурсы тамамланды

Сибайҙа туған телдә автор йыры республика конкурсының финал этабы уҙҙы. Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурста Урал аръяғы ҡалалары һәм райондарынан эстрада һәм һәүәҫкәр йырсылар ҡатнашты.


Учалы районынан Сәмиғулла Лоҡманов еңеүсе тип танылды, Хәйбулла районынан Наҙгөл Ултыраҡова икенсе урынға лайыҡ булды, Әбйәлил районынан Рәмил Баястанов өсөнсө урынды алды.


Профессиональ жюри һәр ҡатнашыусыға кәңәштәр бирҙе, һәр береһе сертификат менән бүләкләнде. Конкурс призерҙарына иҫтәлекле бүләктәр һәм башҡарыусыларҙың композициялары өсөн «Юлдаш» эфирында ротация мөмкинлеге бирелде.


https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-02-28/v-bashkirii-zavershilsya-konkurs-avtorskoy-pesni-na-rodnom-yazyke-4140218



Вернуться назад