Айгиз Баймөхәмәтов Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы составына инде28.02.2025
Фото: Башҡортостан яҙыусылары делегацияһы

Айгиз Баймөхәмәтов Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы составына инде

Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы идараһы составына инде. Союз идараһында – 50 кеше, улар араһында яҙыусылар Игорь Волгин, Сергей Лукьяненко, Сергей Минаев, Захар Прилепин һәм Александр Проханов, шағир Евгений Рейн, режиссерҙар Константин Богомолов һәм Карен Шахназаров, шулай уҡ Әҙәбиәт музей директоры Дмитрий Бак бар.


— 27 февралдә Мәскәүҙә уҙған Рәсәй Яҙыусылар союзының XVII сираттан тыш съезында сәхнәнән республика Башлығы Радий Хәбировҡа яҙыусылар берләшмәһенә ярҙам саралары өсөн тапҡыр рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Башҡортостан әҙәбиәткә булышлыҡ итеү йәһәтенән өлгөлө төбәк тип билдәләнде, 2024 йылда республикабыҙ «Рәсәйҙең әҙәби флагманы» статусын алды, — тип һөйләне «Башинформ»ға Айгиз Баймөхәмәтов.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» Рәсәй президенты ярҙамсыһы Владимир Мединскийҙың Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы рәйесе – беренсе секретары итеп һайланыуы хаҡында хәбәр иткәйне.


Съезд эшендә республикабыҙ яҙыусылары: Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов; Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Рәсәй президенты премияһы лауреаты Камил Йыһаншин; Башҡортостандың рус телле яҙыусылар берекмәһе етәксеһе Светлана Чураева ҡатнашты.


30 майҙа — 1 июндә Өфөлә «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе ойошторола.


https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-02-28/aygiz-baymuhametov-voshel-v-sostav-pravleniya-soyuza-pisateley-rossii-4139857



Вернуться назад